Напоминание

" Урал батыр" ҡобайыры аша студенттарҙа рух тәрбиәләү алымдары


Автор: Шакирова Гульнара Мухаррамовна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: ГБПОУ Сибайский педагогический колледж
Населённый пункт: город Сибай
Наименование материала: Статья
Тема: " Урал батыр" ҡобайыры аша студенттарҙа рух тәрбиәләү алымдары
Раздел: среднее профессиональное





Назад




« Урал батыр» ҡобайыры аша студенттарҙа рух тәрбиәләү алымдары

Бөгөнгө көндә мәктәп, уҡыу йорттарында сифатлы белем биреү менән бер

рәттән

йәш

быуында

рух

тәрбиәләү

ҙә

көнүҙәк

мәсьәлә,

сөнки

һуңғы

йылдарҙа йәмғиәттә кешелек ҡиммәттәре юҡҡа сыға, йәштәр тормошта үҙ

урынын таба алмай аптырай, улар араһында мәрхәмәтһеҙлек, ғәҙелһеҙлек,

эскелек күренештәре арта бара.

Нимә һуң ул рух? Аңлатмалы һүҙлектә түбәндәгесә аңлатыла: рух- ғәрәп

һүҙе.

Кешенең

эске

уй-тойғоһо:

күңел,

йән.

(Башҡорт

теленең

һүҙлеге,

1993.145-се бит)

Хәҙерге көндә йәш быуындың күңеле, эске тойғоһо рухи ныҡлыҡҡа

мохтаж.

Рух

ныҡлығы

ғаиләнән,

ҡандан

да

күсә,

йәмғиәттең,

тирә-яҡ

мөхиттең дә тәьҫире бар, ләкин иң мөһиме тәрбиәнән, үҙтәрбиәнән килә.

Педагогия колледждарында буласаҡ уҡытыусыларға белем бирелә. Ә

уҡытыусының роле йәмғиәттә, бигерәк тә тәрбиәүи өлкәлә баһалап бөткөһөҙ.

Рухлы уҡытыусы ғына халҡын хөрмәт иткән, тыуған ерен, телен яратҡан

рухлы киләсәк, рухлы быуын тәрбиәләй ала.

Йәш быуында яҡшылыҡ, патриотлыҡ, әхлаҡ сифаттары тәрбиәләүҙә

халыҡ ижады, халыҡ педагогикаһы юғары тәрбиәүи көскә эйә. Бигерәк тә

башҡорт

халҡының

мәшһүр

эпосы,

поэтик

ҡомартҡыһы-

«Урал

батыр»

студенттарҙа милли үҙаң үҫтереүҙә ифрат әһәмиәле.

Студенттарҙа «Урал батыр» ҡобайыры аша нисек рух ныҡлығы

тәрбиәләргә мөмкин һуң?

Беренсенән, һәр студент эпостың йөкмәткеһен яҡшы белергә тейеш. Был

йәһәттән, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен тығыҙ бәйләнештә үткәреү отошло.

Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙ төркәмдәрен үткән ваҡытта түбәндәге

эштәр

тәҡдим

итергә

мөмкин:

«Урал

батыр»

ҡобайырынан

яңғыҙлыҡ

исемдәргә миҫалдар табыу, мәғәнәләрен аңлатыу ( Йәнбикә, Йәнбирҙе, Урал,

Шүлгән, Зәрҡум, Ҡатил, Гөлөстан, Һомай, Айһылыу, Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел,

Һаҡмар һ.б.), сифаттарҙы табыу, яһалыштары буйынса төркөмләү ( ҡоро ер,

ҡара һөлөк, тешәр саҡ, аҡ һыу, ҡомарлы эш, яуыз үлем, һөлөк һурған ҡан,

йәйге эҫе, өркөп осҡан ҡош-ҡорт, көҙгө ҡырау, йәшәй торған ил, баҡыр

һандыҡ, яҡшы уй, яҡты йөҙ, данлы ил, яман һыу, бейек тау, күбәләктәй йән,

бер йотомдай ҡан, яҡшылыҡҡа-яҡшылыҡҡа ҡыла торған йола, балҡып торған

ер, көләс йөҙ, ҡанһыраған йөрәк, тыныс ил, һары толпар, ҡан эсеүсе дейеү, аҡ

һүҙ, көслө ырыу һ.б.), һан һүҙ төркөмөнә

миҫалдар килтереү, һөйләмдең

ниндәй киҫәге булып килеүен асыҡлау (дүрт яғын диңгеҙ уратҡан; билем

биштән

быуҙым

мин;

мин

алтыға

еткәндә;

һигеҙ

йәштә

ат

мендем;

ике

һөрөнөп йығылды һ.б.), шулай уҡ ҡылым һүҙ төркөмөнә, уның төрҙәренә

әллә күпме миҫалдар табырға була. Антоним, синоним, һүрәтләү саралары,

тапҡыр һүҙҙәр, әйтемдәр буйынса ла эпостың йөкмәткеһенә мөрәжәғәт итеү

отошло.

Икенсенән, эпосты анализлағанда, проблемалы ситуациялар, проблемалы

һорауҙар әһәмиәтле. Мәҫәлән, түбәндәге һорауҙар студенттарҙы уйландыра:

-

Йәнбирҙе ҡарт ҡанды эсергә ярамауы тураһында йыш ҡабатлай. Шуға

ла,

бәлки,

Шүлгәндә

ҡанды

эсеп

ҡарау

теләге

уяналыр?

Нисек

уйлайһығыҙ?

-

Шүлгән дә, Урал да бер ғаиләлә тәрбиәләнә. Ни өсөн өлкән улдары

атаһының тыйыуына ҡарамаҫтан ҡанды эсә һуң? Һеҙҙең фекерегеҙ?

Бик йөкмәткеле фекерҙәр әйтелә: был ата-әсәнең хатаһылыр. Кесе улдары

Урал

тыуғас,

ата-әсәһе

бөтә

наҙын,

иғтибарын

уға

йүнәлтһә,

Шүлгән

яңғыҙлыҡиа аптыранып ҡалғандыр. Үҙенә иғтибар йәлеп итер өсөн ҡанды

эскәндер һ.б.

-

Шүлгән

менән

Урал

һымаҡ

бер

туғандар

араһында

көнләшеү,

дошманлыҡ, бер-береһен күрә алмау осраҡтары булыуы мөмкинме?

-

Яҡшылыҡҡа яманлыҡ

Була икән донъяла. («Урал батыр», 58-се бит)

Был фекер менән килешәһегеҙме? һ.б.

Өсөнсөнән, эпостағы Урал батыр образы- үҫеп килгән йәш быуында

рух тәрбиәләү сығанағы ул.

“Рухи ныҡлыҡ тәрбиәләр өсөн өс шарт- өс таяныс кәрәк: маҡсат, үҙ

көсөңә ышаныс, һәм ихтыяр көсө йәки ныҡышмалылыҡ”, – тип билдәләй

яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡаева ( Бураҡаева, 2005. 95-се бит). Был өс

сифат та Урал батыр образына хас. Уның йәшәү маҡсаты:

Ҡан эсеүсе батшанан,

Кеше ашар дейеүҙән

Бар кешене ҡотҡарыу,

Йәншишмәнән һыу алып,

Үлгәндәрҙе терелтеү

Өсөн тыуған батырмын.

Ил батыры шул булыр —

Кеше һөйәр ир булыр.

Һеҙҙең шатлыҡ — минеке,

Минең шатлыҡ-һеҙҙеке.

… Яҡшынан бүтән уйым юҡ ( « Урал батыр»)

Йәшәү маҡсаты ни тиклем юғары булһа, рухи көс тә шул хәтлем

ҡеүәтлерәк була. Урал батыр- рухи ныҡлыҡ өлгөһө. Батырҙың рухи яҡтан

көслө былыуына нимәләр сәбәпсе һуң? Студенттар менән ошо һорауға

яуап эҙләү отошло.

Ата-әсәһенең тәрбиәһе, Шүлгән менән Уралды тәрбиәләүҙә атайҙың

йоғонтоһо юғары, улар атайҙарына оҡшап ҡыйыу һәм көслө булалар.

Шүлгәненә ун ике,

Уралына ун тулып,

Береһе арыҫлан менәм тип,

Береһе шоңҡар сөйәм тип… (28-се бит)

Урал бала сағынан тормош менән ҡыҙыҡһыныусан, аҡыллы була. Үҙен

борсоған һорауҙарға яуап эҙләй:

Көсһөҙөнә-көслөһө

Үлем була түгелме?

Ерҙә үлем сәсеүсе-

Ошо аймаҡта беҙ дүртәү

Булабыҙ һуң түгелме?

-Атай, мына был йәнде,

Һис ҡотҡармай тотҡанһың.

Беҙҙе шулай берәй йән

Килеп эҙләп тапмаҫмы?

Беҙгә бысаҡ һалмаҫмы?

-Атай, Үлемде эҙләһәң,

Аны табып буламы?

Атаһын тыңлай. Ҡабырсаҡта һаҡланған ҡанды эсмәй.

Атам һүҙен тотамын-

Мин ҡан эсмәй үҫәмен…

Атаһы Шүлгәнде тыҡмаған саҡта, ағаһын яҡлап сыға.

Биҡ аҡыллы, тос фекер әйтә: туҡмау өсөн ҡулланылған ҡыу таяҡҡа

әйләнгән һуйыл да ҡасандыр ер дымын имгән, тамырлы, һөйкөмлө ағас

булған.

Тамырынан аҡтарғас,

Ботағыны ботағас,

Һуҡҡың булған түгелме?

Ошо юлдарҙа тәрән хәҡиҡәт ята. Халҡыбыҙҙың йәш быуын өсөн

мәңгелек васыяты: һәр кем үҙенең тамырын белеп, ата-бабаларын хөрмәт

итеп йәшәргә тейеш.

Ун йәшендә үк Урал атаһын уйланырға мәжбүр итә:

Көсһөҙҙәргә көслөнән,

Балаларға атанан

Килгәнене күрергә

Әҙерләндең түгелме?

Бушҡа ғына халыҡ « атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән»

тип әйтмәгән. Ғаиләлә ир-егеттәр атайҙан үрнәк, өлгө алалар.

Урал батыр ололар һүҙен, күңәшен һәр ваҡыт тыңлай. Уларҙың кәңәше

буйынса батыр ике тапҡыр өйләнә һәм яңылышмай.

Халыҡ эсендә иң ҡарты

Былай тиеп әйткән, ти:

Батша ҡыҙын ал,егет,

Беҙгә ғүмер ит,егет!

Ҡарттарҙың кәңәше буйынса алған кәләштәре улдарын аталары кеүек

батыр, ғәҙел, илһөйәр итеп тәрбиәләйҙәр, улар атайҙарының изге эшен дауам

итәләр.

Йәншишмәнән һыу эсеп үлемһеҙ булған ҡарттың да кәңәшен тыңлай, ул

Уралға үлемһеҙлектән баш тартырға кәңәш итә һәм Урал батыр тәбиғәтте

мәңгеләштерә.

«Сәләм тәндә -сәләмәт рух» - тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Урал батыр физик

яҡтан бик көслө, сыныҡҡан. Үҙ көсөнә ышана һәм бер нимәнән дә ҡурҡып

тормай алға бара. Ул Ҡатил батшаның илен, Ҡәһҡәһәнең йылан батшалығын

ҡыйрата, дейеүҙәр батшаһы Әзрәҡәне юҡ итә. Мәҫәлән, Ҡатилдың ярандары

менән һуғышҡанда уның ғәйрәтле батыр булыуы һүрәтләнә:

Ер һелкенгәйндәй булған

Аҡһаҡалдар, батша ла,

Олаҡтырған батыр ҙа

Он-талҡанға ҡалған, ти,

Күҙҙән ғәйеп булған,ти.

Урал батыр кешенең яңғыҙ йәшәй алмауын яҡшы аңлай һәм дуҫлыҡ,

берҙәмлеккә саҡыра. Халыҡ берҙәм булғанда ғына рухлы, ҡеүәтле була ала.

Дуҫлыҡ- рухи ныҡлыҡ, рухи таяныс нигеҙе ул.

…Ҡан һыуырған, ит ейгән-

Береһе лә дуҫ түгел.

Яңғыҙ ҡалған Үлемде

Бергә эҙләп үлтерәйек!

…Ҡулдаш булыр илемдә

Батыр ирҙәр бар ине…

Кәңәш ҡороп торманым,

Яңғыҙ башым уйланым…

Эйе, Урал батыр халҡы тыуған иле өсөн йәшәй, һәр ваҡыт изге уйҙа.

Ҡеүәтле уйҙар ҡеүәтле теләк уята, тиҙәр бит. Уның изге уйы үҙен юғарыға

күтәрә, исемен мәңгеләштерә.

«Һеҙ ҙә Урал батыр кеүек йәш саҡтан уҡ оло маҡсат ҡуйып йәшәһәгеҙ,

үҙ-үҙегеҙгә ышанһағыҙ, рухи камиллыҡҡа ынтылһағыҙ, халҡыбыҙға килгән

афәтте-әҙәпһеҙлекте, эскелекте, наркоманияны, ғәмһеҙлекте еңәсәкбеҙ»- тигән

һүҙҙәр студенттарҙы йәшәү һуҡмағын дөрөҫ һайларға саҡыра.

Ғөмүмән алғанда, студенттар өсөн «Урал батыр» ҡобайыры –тормош

һабағы, юғарыға әйҙәүсе көс, ҡеүәт, рухи ныҡлыҡ сығанағы.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.

Башҡорт теленең һүҙлеге: ике томда М.:Рус.яз., 1993.814 бит.

2.

Бураҡаева М.С. Арғымаҡ. Өфө: Китап, 2005. 344 бит.

3.

Башҡорт халыҡ ижады. Өсөнсө том.Эпос.Өфө: Китап. 1998.448 бит.



В раздел образования