Напоминание

Башҡорт теле дәрестәрендә төрлө һүҙлектәр менән эш.(Работа с различными словарями на уроках башкирского языка.


Автор: Галимова Ильсияр Нигъматулловна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МБОУ "СОШ №13"
Населённый пункт: г.Октябрьский Республика Башкортостан
Наименование материала: статья
Тема: Башҡорт теле дәрестәрендә төрлө һүҙлектәр менән эш.(Работа с различными словарями на уроках башкирского языка.
Раздел: среднее образование





Назад




Баш
ҡ
орт теле д
ә
рест
ә
ренд
ә

һүҙ
лект
ә
р мен
ә
н эш. Уҡытыу-тәрбиә эштәре рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәтеү – ҡатмарлы һәм оҙайлы эш. Һәр дәрестә уҡыусының һөйләм күнекмәләрен шымартыу, телмәр хаталарын төҙәтеү, һүҙлек байлығын байытыу йәһәтенән төрлө алым һәм методтар ҡулланыла. Рус мәктәбендә башҡорт телен өйрәтеү өсөн дәрестә һүҙлек эшенә күп ваҡыт бүлергә тура килә.Һәр һүҙҙе руссанан башҡортсаға, башҡортсанан руссаға тәржемә итеп, уның мәғәнәһен һүрәттәр, сюжетлы картиналар, уйындар ярҙамында аңлатҡанда, ул уҡыусының хәтерендә яҡшыраҡ һаҡлана. Тик үҙләштергән һүҙҙәрҙе ҡабатлап тормаһаң, ул 1- 2 көндән онотола. Шуға ла һәр уҡыусының һүҙлек дәфтәре булырға тейеш, яңы өйрәнелгән һүҙҙәрҙе яҙып барырға тейеш. Башланғыс синыф уҡыусылары һүҙҙәрҙең һүрәтен төшөрөп тә иҫтә ҡалдыра. Һәр темаға ярашлы иллюстрациялар, һүрәттәр ҡулланыу һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырыуҙы еңелләштерә. “Аҡбуҙат” журналындағы “Тел биҫтәһе”, “Мин башҡортса өйрәнәм”, “Туған телем – башҡорт теле” рубрикаларында сыҡҡан материалдар дәрестәрҙә ҙур ярҙамсы. М.Г. Усманова һәм З.М. Ғәбитоваларҙың рус телле балаларға башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән “Башҡорт теле” ( 5се – 11-се кластар өсөн ) дәреслектәре буйынса эшләгәндә, текстар менән эшләргә тура килә. Быны нисек ойошторорға һуң?. Текстың йөкмәткеһен аңлау өсөн, әлбиттә, рус телле мәктәптә төрлө һүҙлектәр менән эшләү мотлаҡ. Мәҫәлән, тексты тулыһынса тәржемә иткәс, ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү өсөн аңлатмалы һүҙлекте ҡулланырға була. а) Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең аңлатмаһын тап: Науруз байрамында фатиха алыу өсөн аҡһаҡалдарға мөрәжәғәт итәләр. Йола йыл уңышлы килһен, муллыҡ булһын өсөн үткәрелә. Бындай эш өсөн уҡытыусы һүҙлектә булған һүҙҙәрҙе генә алырға тейеш. б) Өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу маҡсатында уларҙы бутап бирергә була: аҡһаҡал - ҡайһы бер төрки халыҡтарында иҫкесә яңы йыл; йола – күпте белгән, күпте күргән хөрмәтле оло кеше; науруз – ата әсәнең һәм ололарҙың ризалығын белдереп әйткән һүҙе; фатиха – халыҡ араһында быуындан быуынға килеп, ҡағиҙәгә әйләнеп киткән ғөрөф- ғәҙәт. Был эш төрө теманы ауыр үҙләштергән уҡыусылар өсөн файҙалы.
Шулай уҡ текст өҫтөндә эшләгәндә рус телле балаларҙы башҡортса-русса һүҙлектәр менән эшләргә өйрәтергә кәрәк. Ул - иң актив ҡулланылған һүҙлектәрҙең береһе. Уның ярҙамында һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, текстарҙы тәржемә итергә мөмкин. Һөйләм йә текст тәржемә иткәндә башланғыс синыфтан уҡ уҡыусыларҙың һүҙ тәртибенә иғтибар итеүе мотлаҡ. Ике теллелек шарттарында тәржемәгә өйрәтеү эше баланың ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә. Балала һүҙ тойғоһо, тел тойғоһо тәрбиәләү тәржемә эштәре аша хәл ителә. Был осраҡта бала һүҙҙең мәғәнәһенә иғтибар итә. Бер үк һүҙҙең башҡорт телендәге мәғәнә биҙәктәрен рус телендәге варианты менән сағыштыра, һүҙҙең мәғәнәүи һәм тасуирилыҡ көсөн тойорға өйрәнә, ике телле һүҙлектәргә мөнәсәбәте, ҡыҙыҡһыныуы арта. Тәржемә эше балала һүҙҙең мәғәнәһенә тәнҡитсел ҡараш тәрбиәләй. Мәҫәлән, “ҡылды ҡырҡҡа ярыр сәсән” һүҙбәйләнешенең үҙенсәлекле мәғәнәһен руссаға тәржемә менән биреп булмай. Ни өсөн шулай? Бала уйланырға мәжбүр була. Аҡрынлап ул бер телдең һүрәтләү сараларын, тапҡыр һүҙҙәрен, фразеологик берәмектәрен икенсе телгә туранан-тура тәржемә итеп булмауына төшөнә, телдең үҙенсәлеген, тәбиғи ерлеген, үҙ аллылығын тоя, аңлай бара. Унда телде өйрәнеүгә яңыса ҡараш тыуа, яңыса теләк тыуа. Бала һәр телдең үҙенә генә хас милли үҙенсәлеген күрә. Текстар менән таныштырғанда, уларҙы тәржемә иткәндә уҡыусыларҙың башҡорт халҡының борондан килгән һөйләшеү-аралашыу тәртибенә, бары башҡорт телендә генә булған үҙенсәлектәргә лә иғтибар итеүҙәре һорала. Әйтәйек, башҡорттарҙа үҙеңдән оло туғаныңа “апай”, “ағай” тип өндәшеү хәҙер ҙә һаҡлана, ә рустарҙа бындай күренеш юҡ. Шулай уҡ башҡорттар апай, ағай, һеңел, ҡусты һ.б. һүҙҙәрҙе: а) туғанлыҡ атамалары булараҡ; б) яңғыҙлыҡ исемдәренә ҡушып та ҡулланалар. Мәҫәлән, Апай, теге китабыңды биреп тор ә ле . Ағай, бөгөн урманға барабыҙмы? Былай тип яҡын ғаиләләге кешеләргә өндәшәләр.Ләкин урамда таныш булмаған кешеләргә лә шулай уҡ һүҙ ҡушалар: Апай, ултырығыҙ( трамвайҙа ). Ағай, сәғәт нисә, әйтегеҙ әле. Таныш кешеләргә исемен алға ҡуйып әйтелә: Зөһрә апай, һеҙ был китапты уҡынығыҙмы? Камил ҡустым, мине бер аҙ көт әле. Тағы ла башҡорттарҙа шәхескә өндәшеү өсөн бик матур һүҙҙәр ҡулланыла: үҫкәнем, аҡыллым, матурым, һөйөклөм, йәнем, ҡәҙерлем… Халыҡ йырҙарында ҡарлуғасым, һандуғасым, былбылым һ.б. һүҙҙәр ҙә күп. Йәнле һөйләмдә, төрлө һөйләштәрҙә бал апай,
алма апай, ҙур ағай, бәләкәй ағай һ.б. һүҙҙәр ҙә өндәшеү һүҙҙәре булараҡ ҡулланылалар. Әлбиттә, былар тураһында рус һәм башҡа милләт балаларына тейешле аңлатмалар бирергә кәрәк. Рус телле балалар менән эшләгәндә төп маҡсат – уҡыусыларҙың һүҙлек запасын арттырыу һәм әүҙем ҡулланырға өйрәтеү. Башҡортса-русса һүҙлек менән үҙ аллы башҡарылған эштәр уҡыусыларҙы логик фекерләргә, һығымта яһарға өйрәтә. Ғәҙәттә, дәрестәрҙә һүҙҙәрҙе туранан-тура тәржемә итә торған һүҙлектәр генә ҡулланылмай. Уҡытыусы һүҙлек менән эшләүҙең төрлө алымдарын ҡуллана ала. Мәҫәлән, теге йәки был һүҙгә бәйле фразеологик берәмекте табып, уның мәғәнәһенә төшөнөргә, артабан ошо уҡ фразеологизмдың синонимын һәм антонимын табырға ҡуша. Мәҫәлән,  Майлап ташлаһаң да эт еймәҫ ( мәғәнәһе : бик йәмһеҙ ). Синоним : йөҙөнә ҡарағыһыҙ. Антоним : ҡарап туйғыһыҙ; бер бите ай, бер бите ҡояш.  Ағас атҡа атландырыу ( мәғәнәһе : алдау ). Синоним : кәкре ҡайынға терәтеү ; төп башына ултыртыу һ. б. Фразеологизмдарҙы өйрәнгәндә “Башҡортса-русса; русса-башҡортса фразеологик һүҙлектәр” ҡулланырға кәрәк. Уҡыусылар фразеологизмдар араһында башҡорт һәм рус телдәрендә уртаҡ булғандарын да, рус теленән һүҙгә-һүҙ тәржемә ителгәндәрен дә күрәсәктәр. Ләкин, әйтеүебеҙсә, башҡорт теленең үҙ милли ерлегендә барлыҡҡа килгәндәре бик күп. Был ҙур байлыҡтың кескәй генә бер өлөшө менән булһа ла таныштырыу уҡыусылар өсөн яңылыҡ буласаҡ, яңы тел өйрәнеүгә этәргес яһаясаҡ. Фразеология менән танышыуҙы түбәндәге күнегеүҙәр менән алып барырға була: 1 . Русса фразеологик берәмектәрҙе шул уҡ һүҙҙәр менән тәржемә итегеҙ. Һүҙлектән файҙаланығыҙ. мелко плавать – не бросать слова на ветер – тепленькое местечко – сидеть как на иголках – стиснув зубы – 2 . Фразеологик берәмектәрҙе сағыштырығыҙ. Уларҙың мәғәнәләре уртаҡмы? Һәр ике телдә нимәгә иғтибар ителгән? үҙ елкәһендә татыу – испытать на своей шкуре әлифте таяҡ тип белмәү – ни бельмеса не знает
юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙыу – по одежке протягивать ножки эш баштан ашҡан – дел по горло сыбыҡ осо – седьмая вода на киселе утлы табаға баҫтырырға – задать перцу. 3. Түбәндәге фразеологик берәмектәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ: төн тишегенән – ни свет, ни заря; уртаҡ тел таптылар – нашли общий язык; төп башына ултыртты – оставил в дураках; эт ҡайышы – тертый калач; йән дуҫым – закадычный друг. 4. Ике бағанала бирелгән фразеологик берәмектәрҙе тура килтереп әйтегеҙ. һүҙ биреү сдержать слово һүҙен тотоу брать слово һүҙ алып барыу дать слово һүҙ алыу вести разговор Мәҡәлдәр менән танышыу балалар өсөн ҡыҙыҡлы булһын өсөн, дәрестәрҙә төрлө эш төрҙәре, төрлө күнегеүҙәр тәҡдим итергә кәрәк. Мәҫәлән, 1. “Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге”н файҙаланып, дуҫлыҡ, белем, хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр яҙып алығыҙ һәм хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ. 2. Кәрәкле сифаттар ҡуйып, мәҡәлдәрҙе тултырып яҙығыҙ, мәғәнәләрен аңлатығыҙ. а) … атҡа ҡамсы кәрәкмәй. б) Баш … булһа, бүрек табылыр. в) Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, … һүҙ – тән ҡаҙығы. (яман, яҡшы, һау). 3. Түбәндәге мәҡәлдәрҙә антонимдарҙы табығыҙ. а) Яҡшы һүҙ йәнгә рәхәт, яман һүҙ йәнгә йәрәхәт. б) Белгәнгә яҡты, белмәгәнгә ҡараңғы. в) Күп һүҙҙең эҙе, аҙ һүҙҙең үҙе яҡшы. г) Аҡрын барған тиҙ етер. Мәҡәл-әйтемдәрҙе тәржемә итеү, рус телендәге афористик жанрҙар менән сағыштырыу уҡыусыларҙы эҙләнергә, уйланырға мәжбүр итә. Мәҡәлдәрҙең төрлө темаларға булыуына ла балаларҙың иғтибарын йүнәлтеү мөһим. Шулай итеп, ике теллелек шарттарында тәржемәгә өйрәтеү эше баланың ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә. Балала һүҙ тойғоһо, тел тойғоһо тәрбиәләү тәржемә эштәре аша хәл
ителә. Был осраҡта бала һүҙҙең мәғәнәһенә иғтибар итә. Бер үк һүҙҙең башҡорт телендәге мәғәнә биҙәктәрен рус телендәге варианты менән сағыштыра, һүҙҙең мәғәнәүи һәм тасуирилыҡ көсөн тойорға өйрәнә, ике телле һүҙлектәргә мөнәсәбәте, ҡыҙыҡһыныуы арта.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Аҙнағолов Р. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы. - Өфө : “Китап”, 2006, 152 б. 2. Һаҙыева Р.Н. Башҡорт теленең этнолингвистика һүҙлеге. - Өфө : “Китап”, 2002. 3.Ғәлина Ғ.Ғ. 9-сы синыфта башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәр темаһын өйрәнеү. / Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын асыу һәм практикаға индереү. - Өфө : БМҮИ, 2006, 123 б 4.Гадиева А. Дәресләрдә фразеологик әйтелмәләр белән эшләү. / Мәгариф, 2000, №10, 31- се бит.


В раздел образования